Организация межпредметной связи на уроках башкирского языка
Автор: Ильясова Лейсан Рафатовна
Организация: МАОУ Лицей № 161
Населенный пункт: Республика Башкортостан, г. Уфа
Федераль белем биреү стандарттары ҡуйған талаптар буйынса башҡорт телен уҡытыуҙың бурыстарының береһе булып башҡорт теленең башҡа фәндәр системаһында тотҡан үҙенсәлекле урынын билдәү. Белем биреүҙә интеграция технологияһын таянып эш иткәндә уҡытыу процессында төрлө фәндәр ҡушып өйрәнелә, бер проблема төрлө фән күҙлегенән яҡтыртыла. Шуға күрә, башҡорт телен уҡытыуҙа предмет-ара бәйләнеш булдырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Тел дәрестәрен әҙәбиәт, тарих, мәҙәниәт, музыка, һүрәт дәрестәре менән генә түгел, ә биология, география һәм астронимия дәрестәре менән дә бәйләнеш булдырыу отошло.
Эш практикабыҙҙа предмет-ара бәйләнеш булдырыуҙа Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Йәғәфәрова Гөлназ Нурфайыз ҡыҙының хеҙмәттәренә таянып эш итәбеҙ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә предмет-ара бәйләнеш булдырыуҙа уңышлы тип табылған алымдарҙың бер-нисәһе менән бүлешеп китергә теләйем.
Беренсе алым “Башҡорт алфавитының йорто” тип атала.
Был алымды фонетика бүлеген өйрәнгәндә ҡулланабыҙ. Уны яңы тема үткәндә, белемде нығытыу, йә иһә тикшергән ваҡытта башҡарырға мөмкин.
Һүрәттә “Башҡорт алфавитының йорто” тип аталған терәк-схема күрәһегеҙ. Ошо, йорт формаһындағы терәк таблицаны, уҡыусылар дәфтәргә төшөрә.
Эште башҡарған ваҡытта уҡыусыларҙың геометрик фигуралар – өсмөйөш, турадүртмөйөш тигән һүҙҙәрҙе аңлауына һәм дөрөҫ һыҙыуына иғтибар бирәбеҙ. Йорт һүрәте әҙер булғас, уҡыусылар башҡорт телендә өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе төркөмләүгә таянып, күрһәтелгән һандар буйынса таблицаны тултыралар.
Предмет-ара бәйләнештәрҙе булдырыу аша башҡорт теле дәрестәре ябай һүҙлек өйрәнеүҙән генә тормәй, ә уҡыусыларҙың дөйөм белемен, фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән интегратив белем биреү кимәленә күтәрелә. Мәҫәлән, “Башҡорт алфавитының йорто” алымы менән эш итеү, уҡыусыларҙың математика, геометрия, һыҙма (черчение) кеүек фәндәрҙә алған белемдәрен ҡулланырға өйрәтә, шулай уҡ абстракт һәм логик фекерләүҙе үҫтерә.
Икенсе алым “Текст өҫтөндә эшләгәндә геогрфик картаны ҡулланыу”.
Уҡыусыларға торналар тураһында текст бирелә.
Торна – иң ҙур осар ҡош. Аҡ һәм һоро торналар була. Уларҙың муйыны һәм аяғы оҙон. Баштары ҙур түгел, суҡыштары тура һәм осло. Улар күбеһенсә һаҙлы урындарҙа йәшәйҙәр. Торналар бик матур була.
Боронғо Египетта торналарҙы ҡояш ҡошо тип атағандар. Улар был ҡоштарҙы яратып, хатта өйҙә лә аҫрағандар. Боронғо Римдә торналарҙы күреү яҡшыға юралған. Ҡытайҙа был ҡош оҙаҡ йәшәү атрибуты булып һаналған. Японияла ул үлемһеҙлек, бәхет, сәскә атыу символы булған. Рәсәйҙә торналарҙы Аллаһ ҡоштары тип атағандар. Башҡорттар торнаны изге ҡош тип йөрөтә.
Күп халыҡтарҙың торналар тураһында легендалары һәм әкиәттәре бар.
(Интернет селтәренән)
Балалар уҡып сыҡҡас текстың эстәлеген аңлау өсөн ике эш төрө бирелә. Беренсе абзацта торна тураһында ҡылыҡһырламаны уҡыусы ниндәй кимәлдә аңлағанлығын тикшереү өсөн “синтез таблицаһы” тәҡдим ителә.
|
Торнаның |
Ниндәй? |
|
Муйыны (шея) |
|
|
Башы (голова) |
|
|
Суҡыштары (клюв) |
|
“Синтезлау - таблицаһы” алымын текст менән эшләгәндә, уның йөкмәткеһе, уҡыусының хәтерендә ҡалһын, текста бирелгә һөйләмдәрҙе аралашҡан ваҡытта телмәрҙә ҡулланһын өсөн башҡарабыҙ.
Текстың икенсе абзацы буйынса эшләү өсөн географик карта ҡулланабыҙ. Интерактив таҡтала бирелгән картала уҡыусылар текста бирелгән илдәрҙе табып уларға торна һүрәттәрен беркетеп китәләр. Был илдәрҙә торналарҙың минәне символлоштарғандары тураһында аңлаталар.
“Карта буйлап сәйәхәт”
Торналар төрлө илдәрҙә нимәне символлаштырған?
Картаға беркетеү.
Египетта – ҡояш ҡошо
Боронғо Римдә – торналарҙы күреү яҡшыға юралған
Ҡытайҙа – оҙаҡ йәшәүҙе
Японияла – үлемһеҙлек,бәхет, сәскә атыу
Рәсәйҙә – Аллаһ ҡоштары
Башҡортостанда – изге ҡош
“Синтезлау таблицаһы” алымын ҡулланып, башҡорт теле дәрестәре биология, әҙәбиәт, география кеүек фәндәр менән бәйләнешкә инә. Уҡыусылар бер генә фән өлкәһенән генә мәғлүмәт алмай, ә бирелгән теманы төрлө яҡлап аңлау мөмкинлегенә эйә була. Был, атап әйткәндә, “Ҡоштар” темаһын биология менән берләштереп ҡарағанда, ҡоштарҙың тормошон, уларҙың төрҙәрен, тыуған яҡтағы биологик төрлөлөккә ингән өлөшөн башҡорт телендә аңлатырға мөмкинлек бирә.
Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә предмет-ара бәйләнештәр булдырыу башҡорт теле дәрестәрен мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итә. Уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуын арттыра, белемдәрен тәрәнерәк үҙләштерергә ярҙам итә, күп яҡлы фекерләүҙе үҫтерә. Был алымдар, әлбиттә, уҡытыусының оҫталығына, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуына ла бәйле.


