На примере приложения Interacty освоение онлайн-ресурсов на башкирском языке

Автор: Фахриева Айсылу Разимовна

Организация: МАОУ СОШ № 21

Населенный пункт: Республика Башкортостан, г. Стерлитамак

Алда булһа ҙур теләк...

(оҫталыҡ дәресе)

 

Маҡсат: Interacty ҡушымтаһы миҫалында онлайн  ресурстарҙы үҙләштереүҙә  оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы педагогтарҙың теоретик һәм практик оҫталығын күтәреү өсөн шарттар булдырыу.

Бурыстар:

  1. Interacty ҡушымтаһы мөмкинлектәре менән таныштырыу;
  2. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү;
  3. Уҡытыусыларһҙы уҡыу эшмәкәрлегендә һәм дәрестән тыш эштә ҡушымтаны артабан ҡулланыуға этәреү.

 Оҫталыҡ дәресе планы:

1. Ойоштороу мәле (сәләмләү, оҫтаның инеш һүҙе: оҫталыҡ дәресе темаһына комментарий (проблеманы, уның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау, маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу);

2. Танып-белеү этабы (Interacty ҡушымтаһына характеристика, уның мөмкинлектәре һәм ҡулланыу методикаһы);

3. Белемде практик ҡулланыу этабы (төркөмдәрҙә практик эштәр башҡарыу);

4. Рефлексия (оҫталыҡ дәресе авторының йомғаҡлау һүҙе. Башҡарылған эштәрҙе күрһәтеү. Фекер алышыу. Йомғаҡ яһау.

 

Бөгөн башҡорт теле уҡытыусы үҙ предметын яҡшы белеү генә түгел, уны төрлө форматта ла уҡыта белеү кәрәклеге менән осрашты. “Уҡытыу процесын нисек һөҙөмтәле итергә?”, «Дәресте ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп нисек төҙөргә?». Әлбиттә, бындай һорауҙар уҡытыуҙың яңы алым һәм методтарын табырға мәжбүр итә.

Бына шул саҡта беҙгә ярҙамға төрлө интерактив сервистар килә, улар ярҙамында үҙ дәрестәреңде төрлөләндерергә, өй эшен башҡарыу процесын ҡыҙыҡлы һәм еңел итергә, шуның менән уҡыусыларҙы ғына түгел, үҙеңде лә ҡыҙыҡһындырырға мөмкин!

Интерактив уҡытыуҙа педагог белем биреү процесын ойоштороусы була. Бындай шөғөлгә хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеүгә баҫым яһала. Педагог дөйөм йүнәлеште билдәләй, билдәләнгән пландың үтәлешен һәм ваҡытын контролдә тота, консультациялар бирә, етди ҡыйынлыҡтарҙа ярҙам итә. Бындай дәрестәрҙә балалар бер-береһе менән аралаша, ә уҡытыусы уларҙың тырышлыҡтарын ыйғай һөҙөмтәгә йүнәлтеү тураһында хәстәрлек күрә.

Уҡыу процесын ойоштороуҙың булған формаларын төрлөләндерергә һәм күп йәһәттән үҙгәртергә миңә Interacty платформаһы ярҙам итә.

Бер тапҡыр һорауҙар һәм яуаптар туплап, дидактик материалдарҙы урынлаштырыу бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Уҡытыусы үҙ компьютерында эштәрҙе, күнегеүҙәрҙе төрлөләндереп төҙөй, ә уҡыусылар уны Интернетҡа инеү мөмкинлеге булған мобиль ҡоролмаларынан (смартфондар, планшеттар) индивидуаль рәүештә үтәй ала. Быны шулай уҡ һылтанма йә иһә QR-кодтар аша башҡара ала.  Әҙер эштәрҙе сайт, блог биттәренә индерергә, социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт менән уртаҡлашырға мөмкин.

Платформала эшләү мөмкинлектәрен телсе-ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев ижады һәм тормошо миҫалында күрергә була.

Ошо уҡ төп биткә QR-код та беркетеп була: 

Яҙыусының “Туғандар һәм таныштар” романы буйынса төҙөлгән эш төрө.

Ж.Ғ.Кейекбаевтың тормошо һәм ижадына арналған кроссворд.

Әйткәндәй, бындай QR-кодтарҙы һәр эш төрөнә лә беркетеп була.

Ж.Кейекбаевтың “Урман әкиәттәре” китабына ингән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен белер өсөн карточкалар ярҙамында тикшереп була.

 (1-се һүрәт)

Әгәр ҙә әкиәттең исеме менән сюжет-һүрәтте дөрөҫ тапһаң улар асыла, ә дөрөҫ тапмаһаң киренән ябыла. 1-се һүрәт тышҡы яғы булһа, 2-се һүрәттә - эс яғы. Уҡыусының был эш төрөнә күпме ваҡыт бүлгәнен дә күреп була.

(2-се һүрәт)

Шулай итеп, был платформала төҙөлгән эштәрҙе дәрестең төрлө этаптарында ҡулланырға мөмкин: белемде актуалләштереү, контроль һәм үҙ-үҙеңде тикшереү, үҙ аллы эшләү йәки өй эштәре итеп тә бирергә була. Тәжрибә күрһәтеүенсә, балалар бындай эштәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара, хеҙмәттәшлеккә һәм үҙ-ара эшмәкәрлеккә булышлыҡ итә.

Опубликовано: 07.04.2025