Урок по теме «Овощи. Что? Что делает?»

Автор: Ильясова Лейсан Рафатовна

Организация: МАОУ Лицей № 161

Населенный пункт: Республика Башкортостан, г. Уфа

Класс 3                                                                                                      

Тема Йәшелсәләр. Нимә? Нимә эшләй?

Дәрес маҡсаттары: Белем биреү: Йәшелсәләр темаһы буйынса яңы һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе үҙләштереү, үтелгәндәрҙе ҡабатлап китеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Үҫтереүсе: Нимә? Нимә эшләй? Һорауҙарын дөрөҫ яуап бирергә, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү өҫтөндә эшләү;

Тәрбиәүи:Аш-һыуға ҡарата ихтирамлылыҡ, туҡланыу этикетына өйрәтеү.

Дәрес төрө: ҡатнаш дәрес.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

  1. Предметтың УУЭ һөҙөмтәләре: белемде актуалләштереү, үҫтереү,нығытыу.
  2. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а)регулятив: тыңлап белеү, уҡыу маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя белеү, баһаһын адекват ҡабул итеү;

б) танып белеү: логик-структур схема, ,мәғлүмәт менән эшләү, төркөмләргә, һығымта яһарға,үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белергә,үҙ эшен баһаларға өйрәтеү;

в) коммуникатив: темаға бәйле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү, үҙ фекерен әйтә белеү, парлашып эшләү процесында иптәшенә ярҙам итеү,үҙ-ара килешеү,бер-береһен тыңлау күрекмәләренә эйә булыу.

  1. Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: белем алыуға ынтылыш, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылык тойғоһо тәрбиәләү,толерантлыҡ хисе булдырыу.

Йыһазландырыу:слайдтар, йәшелсәләр төшөрөлгән һүрәттәр,туп, Башҡорт теле, 3 класс (Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларны өсөн)дәреслек 83-85 –се биттәр.флеш-карталар. «Miro» таҡтаһы https://miro.com/app/dashboard/, Интерактивный башкирский https://basic.bashlang.ru/vocabulary/topic/21/

Дәрес барышы.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерлек. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

1.Сәләмләшеү. (слайд 1)

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Хәйерле көн!

                  Афарин,уҡыусылар! Ултырығыҙ.

2.Һауа торошо тураһында әңгәмә ҡороу.(Миро таҡтаһы слайд 2)

  • Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле тәҙрәгә ҡарайыҡ. Бөгөн һауа торошо ниндәй?
  • Урамда һыуыҡмы әллә йылымы?
  • Тышта ҡояшлымы әллә болотломы?
  • Урамда ҡар яуамы?
  • Һауа торошон кемдәр беҙгә хәбәр итә? (слайд)
  • Ә һауа торошон беҙгә ни өсөн белергә кәрәк?
  • Эйе, әгәрҙә беҙ һыуыҡ көндә йылы итеп кейем кеймәһәк сирләп китергә лә мөмкин.
  • Ә сирләп китмәҫ өсөн тағы ла нимәләр эшләр кәрәк?

 

  • Яҡшы, уҡыусылар. Мин һеҙҙең менән килешәм.

Сәләмләшеү.

Шиғырҙы хор менән һөйләү.

 

 

 

 

 

Һауа торошо тураһында әңгәмә ҡоралар. Һорауҙарға яуап бирәләр.

 

-Синоптиктар.

- Һауа торошона ҡарап беҙ кейем һайлайбыҙ.

Эштәребеҙҙе планлаштырабыҙ.

-Спорт менән шөғөлләнергә.

-йәшелсә,емеш-еләктәр ашарға.

II.Белемде актуалләштереү

 

 

 

 

 

 

 

 

  1. Ә һеҙ ниндәй йәшелсәләрҙе беләһегеҙ?

  таҡтаға йәшелсә һүрәттәре беркетелә. Уҡыусылар йәшелсә исемдәрен яҙып бара.

Интерактив башҡорт теле сайтынан һүҙҙәрҙең әйтелешен тыңлау.

https://basic.bashlang.ru/vocabulary/topic/21/

 

Артикуляцион ккүнегеү.

Кәрзин тулы алмалар,

Помидор һәм ҡыярҙар

Кәбеҫтә, кишер, һуған,

Алтын көҙ беҙҙең уңған.

  • Уҡыусылар, шиғырҙа ниндәй йәшелсә исемдәре бар?
  • Ә һеҙ тағы ла ниндәй йәшелсәләрҙе беләһегеҙ?

 

-Уҡыусыларҙың яуаптары:

Картуф, кишер, сөгөлдөр.һ.б. таҡтала яҙыла

 

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

 – Уҡыусылар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Бөгөн дәрестә беҙ нимәгә өйрәнәсәкбеҙ? (слайд – знаки)

Башҡортса йәшелсә исемдәрен әйтергә, һөйләмдәрҙә ҡуллана белергә.

Дөрөҫ итеп уҡырға һәм яҙырға.

Йәшелсәләр тураһында.

 

 

 

 

 

.

IV.Уҡыу мәсьәләһен сисеү

 

 

Ә хәҙер әйҙәгеҙ һеҙҙең менән текст тыңлайыҡ. Текста йәшелсә исемдәренә иғтибар итегеҙ. Дәреслектең 83-сө битен асығыҙ. Бирелгән йәшелсәләрҙе уҡып китәйек.

  1. Тексты 2 тапҡыр тыңлау
  2. Текстан йәшелсә исемдәрен табыу, уҡыу
  3. Йәшелсәләр һандар менән бергә бирелгәндәр, ошо һүҙбәйләнештәрҙе уҡыйыҡ ( ике кишер, бер сөгөлдөр, дүрт картуф, бер баш һуған, ике тоҙло ҡыяр, тоҙланған кәбеҫтә бер банка консерваланған борсаҡ)
  4. Ҡылымдарҙы хәрәкәтәр аша аңлатыу. Дәфтәргә яҙып ҡуйыу.

Шаҡмаҡлап турайбыҙ – нарезаем кубиками

Бешерәбеҙ – варим, готовим

Ваҡлайбыҙ – измельчаем

Бутайбыҙ – размешиваем

 

 

 

5. [В], [w] өндәренең әйтелешенә иғтибар итәбеҙ. Винегрет, ваҡлайбыҙ.Орфограммаға иғтибар итәбеҙ. Винегрет һүҙе башҡорт теленә рус теле аша килеп ингән. Ә тәүҙә был һүҙ француз телендә “асы салат” мәғәнәһендә барлыҡҡа килгән.

6.Тексты сылбырлап уҡыу.

Һорауҙарға яуап биреү.(һорауҙар таҡтала)

1.Винегрет эшләр өсөн нимәләр кәрәк?

2.Нисә кишер кәрәк?

3. Нисә сөгөлдөр һәм картуф кәрәк?

3. Нимәне ваҡлайбыҙ.

4. Тағы ла нимә һалып бутайбыҙ?

 

Аудиояҙманы тыңлау.

-Йәшелсәләр магазинына.

Китап магазинынан.

 

Сәскә магазинынан.

 

 

 

 

 

 

 

Дәфтәргә яҙыу.

 

 

 

 

Уҡыусылар ҡул күтәреп яуап бирә

 

 

 

 

 

Уҡыусылар яуап бирә.

 

V. Ял минуты

Уҡыусылар баҫа. Тупты тоторға әҙерләнә.

Туп менән йәшелсә исемдәрен әйтеп китеү. (Уҡытыусы уҡыусыға тупты ырғытып йәшелсә исемен әйтә, уҡыусыларҙа йәшелсә исемен атап ырғыта).

Уйын уйнау.

 VI. Ял минуты.Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу)

1.Парлап эшләү.

 (диалог карточкаға яҙылған)

-          Сәләм, …!

-          Сәләм, …!

-          Һин ниндәй йәшелсә яратаһың?

-          Мин …, …,…яратам. Ә һин?

… яратам.

 

  1. Беҙ дәреслектән винегрет эшләү рецебы менән таныштыҡ.

Текстҡа ниндәй исем бирер инегеҙ.

Ә хәҙер винегретты эшләү өсөн рецепт карточкаһын тултыраһығыҙ.

Нимә һәм күпме  кәрәк икәнен яҙаһығыҙ.

Терәк карточка бирелә.

Уҡыусылар эшләп бөткәс бергә тикшерелә. (слайд).

 

Парлап диалог төҙөү.

 

 

Һорауҙарға яуап биреү.

 

 

 

Рецеп карточкаһын тултырыу.

 

VII. Өйгә эш

  1. Йәшелсәләрҙең таблицаһын эшләйһегеҙ.

«Miro» таҡтаһы https://miro.com/app/dashboard/,

  1. Йәшелсәләрҙең тыуған илен белеп килергә. Мәҫәлән, картуф Рәсәйҙә 17 быуатта Петр беренсе батша тәүге тапҡыр Голландианан алып ҡайта,туҡланыу өсөн 18 б Екатерина 2 батшалыҡ иткәндә генә үҫтерелә башлай. быға тиклем барыһы ла шалҡан ашаған ула. Ә картуфтың тыуған иле Көньяҡ Америка (слайд). Ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда ниндәй йәшелсәләр, ашарға яраҡлы үлән үҫемлектәр бар?(слайдта ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, һарына, балтырған, кесәрткән һүрәттәре бирелә)            

Тыңлау, көндәлеккә яҙыу.

VIII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

Баһалау

Шулай итеп,беҙ бөгөн дәрестә нимәгә өйрәндек?

Ниндәй йәшелсә исемдәрен белдегеҙ?

Ә хәҙер баһа ҡуяйыҡ.

Кемдәр үҙенә

“5” билдәһен ҡуя кишер һүрәтен күрһә.

“4” – кәбеҫтә һүрәтен күрһә.

“3” – һуған һүрәтен күрһә.

Уҡыусылар, үҙ фекерҙәрен әйтә.

 

 

Үҙбаһа ҡуялар.


Опубликовано: 20.04.2026
Мы сохраняем «куки» по правилам, чтобы персонализировать сайт. Вы можете запретить это в настройках браузера