Фольклор – основа воспитания на уроках башкирского языка

Автор: Муратшина Миляуша Нурулловна

Организация: МАОУ «Лицей № 161»

Населенный пункт: Республика Башкортостан, г. Уфа

ФОЛЬКЛОР – основа воспитания

( Әхмәтзәки Вәлиди тәрбиәһе миҫалында)

Халыҡ ижадына ҡараған ниндәй генә әҫәрҙе алһаҡ та - ул бик ҙур әһәмиәткә эйә. Борон-борондан башҡорт халкы сабыйын ҡулға алыу менән бишек йырын йырлаған. Батырлыҡ, илһөйәрлек, изгелек, кешелеклелек тураһында әкиәттәрен hөйләп, баланына ҙур өмөттәр бағалап үҫтергән. Бөгөнгө көндә hәp ата-әсәнең, һәр уҡытыусының, ғөмүмән алғанда, барлыҡ кешелектең төп бурысы - илһөйәр шәхес тәрбиәләү. Был - ФДББС-ның да төп талабы.

Йомаҡ - боронғо традицион жанр. Улар образлы һөйләргә, күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен табырға ярҙам итә, ижад итергә өйрәтә.    Әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа, мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, йырҙарҙа һәм көләмәстәрҙә әхлаҡ нормалары сағыла. Миҫал өсөн ҡобайырҙан бер өҙөк:

 

Һигеҙ тигәс тә ни яман?

Һикән йәшлек ҡарт әсәң,

Һуҡыр күҙен секерәйтеп,

Ҡатҡан билен бөкөрәйтеп,

Һыу ташыһа шул яман.

 

Был юлдарҙа халҡыбыҙҙың изге ғәҙәте - олоно ололау, уны ихтирам итеү, хәстәрлек күреү сағылыш тапҡан. Бындай өлгөләр халыҡ ижадында меңдәрсә. Ошоларҙы бәләкәй йәштән ишетеп, шул йолаларҙың тормошта ғәмәлгә ашыуын күреп үҫкән бала итәғәтле, кешелекле, нескә күңелле, илһөйәр булып үҫәсәк.

Мин  быны бөйөк шәхесебеҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе – Әхмәтзәки Вәлиди миҫалында ҡарап үтергә тәҡдим итәм. Арҙаҡлы  ғалимебеҙ Рәшит ағай Шәкүр ҙә: «Әхмәтзәки  Вәлиди  шәхесенең  формалашыуында  йәнә  үтә мөһим фактор - уның кесе йәштән үк тау башҡорттарының боронғо йәйләү тормошон, йыр-моңдарын, тарихи риүәйәт һәм ҡобайырҙарын,  илаһи ҡурай тауышын тыңлап, ошо мөхиттең юғары  рухиәтен, ыҙан-йолаларын, әхлаҡ һәм әҙәп ҡанундарын, ниһайәт, халыҡтың хәтерендә һәм ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙа быуындан быуынға тапшырыла килгән тарихын күңеленә һеңдереп үҫә», - тип  яҙа (4,150). Ә халыҡ яҡшылыҡты яҡлай, яманлыҡты фашлай, кешеләге ыңғай әхлаҡи-этик сифаттарҙы асып бирә. Фольклор әҫәрҙәренең йөкмәткеһе күтәренке рух менән һуғарылған, кешене һәр саҡ алға – матур тормош, яҡты хыялдар өсөн көрәшкә әйҙәй. Әхмәтзәки Вәлиди  халыҡ ижады әҫәрҙәрен – «...тарихтың  халыҡ  хәтерендә  йәшәп  килгән ауаздары...» (1,6) тип атай. Ошо ауаздар уның тормош юлында әйҙәүсе маяҡ булып торған. Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхес булараҡ формалашыуын яҡшыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн халыҡ ижадының һәр төрөн айырым ҡарау мөһим тип уйлайым.

Шәжәрә – ул сал тарих. Әхмәтзәки Вәлиди бигерәк тә бала саҡтан  халҡының, ырыуының, ауылының  тарихы- шәжәрәһе  менән  ҡыҙыҡһына. Ул үҙ ауылы    башҡорттарын  дүрт  төркөмгә  бүлә: тау  башҡорттары, ялан  башҡорттары,  өсөнсө  төркөм  төрлө  быуаттарҙа  башҡорттарға көнсығыштан  килеп  ҡушылған  Ҡыпсаҡ, Ҡаңлы, Суун, Оран, Ҡайлы, Ҡатай, Бәйләр (Бәйәт), Кәрәй (Кәрәйәт), Сураш, Ноғай, Ҡырғыҙ, Меркет  ырыуҙары, дүртенсе төркөм көнбайыштан болғар  һәм Ҡазан тарафтарынан, Башҡортостанға килгән ҡасҡын татар, бүләр, мишәр һәм мосолман сыуаштарҙан тора. Зәки Вәлиди ауылы халҡының тел үҙенсәлектәренә лә туҡтала. Үҙ төбәгенең үткәненә байҡау яһай, Көҙәндең ҡаһарман улдары тураһында ла бәйән итә. Улар менән ғорурлана. Үҙ халҡының тарихын яҡшы белгән кеше, минеңсә, уның киләсәгенә битараф ҡала алмай. Әхмәтзәки Вәлидиҙе  бәләкәйҙән ата-әсәһе халҡының үткәнен ихтирам итергә өйрәтә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уята.

Зәки Вәлидиҙең  рухи үҫешенә, формалашыуына тәьҫир итеүсе иң ҙур көс - халҡыбыҙҙың үткәндәре хаҡында риүәйәттәр булыуы һәм уның уларҙы теләп өйрәнеүе тора. Ул 14 йәшендә генә “Мораҙым”ды (“Иҙеүкәй”) яҙып ала һәм башҡа риүәйәттәрҙе йыя. Беренсе ғилми хеҙмәте лә ошо дастанға бағышлана, 1911 йылда баҫылып  сыға. “Мораҙым” Төркиәлә лә билдәле риүәйәт була. Әхмәтзәки  Вәлидигә был һәләт нәҫелдән килә, атаһының ҡустыһы Вәли мулла ла боронғо дастандарҙы бик күп белгән.  Зәки Вәлиди бәләкәй булыу сәбәпле унан Иҙеүкәй, Ерәнсә, Исайуғлы Әмет кеүек тик төркисә милли тарихи дастандарҙы өйрәнә ала. Шулай уҡ ғалимдың өйрәнгән дастандары уны төрлө күңелһеҙ ваҡиғаларҙан да ҡотҡара. Ҡазанда бер ҡаҙаҡ һәм урыҫ егете Зәки Вәлидигә бәйләнә башлай. Ғалимыбыҙ күп уйлап тормай шаҙра ҡырғыҙға ҡарап: «Кет дигенде эт китет, Әлмәмбәт ҡалмаҡ не китпейет»,-ти. «Манас» дастанынан алынған был бәйетте ишеткәс, ҡырғыҙ студенты урынында ҡатып ҡала. Икенсе бер осраҡты ла атап китеү кәрәктер тип уйлайым. Шулай ике ҡаҙаҡ ырыуы араһындағы ыҙғышты ла Зәки Вәлиди «Иҙеүкәй» дастанынан өҙөк һөйләп ишеттереп, дуҫлаштыра. Бына  ниндәй көскә эйә ул халыҡ ижады әҫәрҙәре! Шәхес тә тәрбиәләй, кешеләрҙе генә түгел , ә халыҡтарҙы ла дуҫлаштыра. Зәки Вәлидиҙең рухи үҫешенә халыҡ ижады аша ҙур өлөш индергән кешеләрҙең тағы береһе, ул – Муллағол диуана. Әсәһе был дәрүиштең төркисә һәм фарсыса һөйләгән шиғырҙарын ятлап, ҡайһыларын яҙып алыр һәм бәләкәй Әхмәтзәкигә аңлатыр булған. Уларҙың барыһы ла дини һәм әхлаҡи шиғырҙар. Мәҫәлән,

Юлын тапҡан изгеләрҙән, юл нимә ул тип һораһам?

Уларҙың теҙенә башым эйеп ялбарһам ни була.

Зәки Вәлидиҙең Нәзмиә ханыма өйләнеүе лә  туранан-тура Әстрхан, Хива (Чимбай), Констанца нуғайҙарының дастандары уятҡан хистәр йоғонтоһо аҫтында тормошҡа аша (1, 631).

Әхмәтзәки Вәлиди риүәйәт, легендаларҙы бала саҡта ауылдарҙан ауылдарға йөрөп йыйһа, аҙаҡ инде донъялағы иң яҡшы китапханаларҙа, сәйәхәттәре ваҡытында эҙләй, таба, йыя. Был ныҡышмалы эш уны яңынан- яңы үрҙәргә әйҙәй, халҡына булған һөйөүҙе арттыра ғына.

Ҡөрьән” китабы – мосолмандар өсөн изге китап. Ул аллаһы тәғәләнең изге һүҙҙәрен, кешеләргә күндерер өгөт- нәсихәттәрен, әҙәп- әхлаҡ нигеҙҙәрен тәшкил итә.  Әхмәтзәки Вәлиди бала сағынан бер намаҙҙы ла ҡалдырмай. Ә ул изге китап алланың берлеген һәм мәңгелеген, уның тәғлимәтенең изгелеген өйрәтә, кешеләрҙе һәйбәт холоҡло, игелекле, мәрхәмәтле булырға өндәй, төрлө боҙоҡ эштәрҙән, гонаһтарҙан ваз кисергә саҡыра.

Шулай уҡ Зәки Вәлидиҙең ғилем юлына аяҡ баҫыуында Зәйнулла ишандың  да  роле ҙур. Ул уны ваҡытында маҡтаған, аҡсаһын да биргән, аҡсаны нимәгә сарыф иткәнен дә тикшереп, белеп торған. Зәки Вәлиди үҙе лә: «Әгәр шәйехтең дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал күптәр кеүек ун биш йәшемдән сауҙа эшендә приказчик булып китер инем», - тип яҙа (1, 45). Ысынлап та, башҡорт  халҡында борон-борондан кәңәш биреү, өлкәндәр һүҙен тыңлау кеүек яҙылмаған закондар  йәшәп килгән, уларҙың йоғонтоһо ла әйтеп бөткөһөҙ булған. 1910–сы йылда Зәки Вәлиди менән атаһы араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡас, Үтәктә олатайы Хәбибназарҙың йортонда бөтә туғандары йыйыла. Олатаһы Ҡөрьән сүрәләре ярҙамында Әхмәт Зәки Вәлидигә дөрөҫ юл күрһәтә, ә атайының ихтиярын быға бойһондора ала. Бына ниндәй көскә эйә ул Ҡөрьән! Шул уҡ ваҡытта “...интеллегенция мине төрки, ғәрәп  һәм фарсы мәҙәниәте, шулай уҡ Европаның һәм Шәреҡтең ҡайһы бер фекер эйәләре менән таныштырҙы һуңынан үҙгәртеүгә һис бер мохтаж булмаған әхләҡи тәрбиә һәм сәйәси идеал бирҙе”, - тип иҫәпләй Зәки Вәлиди (1,58). Ысынлап та, интеллегентлы булыу Ҡөрьәндән айырылыу тигәнде аңлатмай, ә, киреһенсә, дөрөҫ йүнәлеш биргәндә, улар бер- береһен тулыландыра, байыта.

Башҡорт халыҡ йырҙары кемде генә әсир итмәгән дә, кемде генә үҙенә ылыҡтырмаған. Улар борон-борондан башҡорт халҡының тормош юлдашы. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы – хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата. Төп тәрбиәүи сығанаҡ та – йыр, бишек йыры булып һаналған. Шулай булмаһа Зәки Вәлиди үҙенең 3 айлыҡ ҡына улы Ырыҫты тәрбиәләшергә матур, моңло йырлаған ҡаҙаҡ ҡатынын алмаҫ ине ( хатта ҡатындың бетле булыуы ла быға кәртә була алмаған).  Ул үҙе лә бала сағынан  шул йырҙарҙы тыңлап, йырлап үҫкән.

Зәки Вәлиди һөйөү һүҙҙәрен дә халыҡ йырынан өҙөк менән әйтеп биреүҙе хуп күрә. 1909 йылда каникулға ҡайтҡас, яратып йөрөгән  күрше  ҡыҙы  Ләйләбәҙәргә  шундай  йыр  юлдарын яҙып, иң  бәләкәй  ҡустыһы аша тапшыра. Унда шундай  юлдар бар:

     Һыу буйында керҙәр йыуа, талмай микән беләге?

     Күрше тороп, күрә йөрөп, янмай микән йөрәге?

     Иптәштәренең  ҡәбер таштарына ла уларҙың яратҡан  халыҡ йырынан өҙөктәр яҙыр булған. Мәҫәлән, дуҫы Ибраһимдың ҡәбер ташына сүкеш менән соҡоп:

 

        Һандуғас ҡоштар, ай, ояла,

        Оялары йәшелгә буяла.

        Кемдәрҙең йәне, кемдәрҙең малы

        Кемдәрҙән ҡалмай фани донъяла.

 

Был юғалтыуҙар Зәки Вәлиди өсөн бик ауыр була. Ул иптәштәрен ололап ерләй. Үҙ рухын да һындырмай, ҡуйған маҡсатына ынтыла. Был, әлбиттә,  күптәребеҙгә өлгө булырҙай күренеш. Рух ныҡлығы, ҡуйған маҡсатыңа ирешеү бик мөһим.    Шулай уҡ Вәлиди Туған: “Халҡыбыҙ Йософ майор исеменә сығарылған йырҙарҙың һүҙҙәрен һөйләр, ошо йырҙарҙы ҡурайҙа көйләп хушлашыр булған”,- тип яҙа. Кем һуң Йософ? Ул майор дәрәжәһенә  еткән  Йософ  Ҡарамышев исемле офицер. Башҡорт халҡы үҙенең дан ҡаҙанырлыҡ, хөрмөткә лайыҡ кешеләрен ваҡытында күреп, ваҡытында баһалай ҙа белгән. Уларға арнап бик күп йырҙар ҙа сығарған. Ошо йырҙарҙы тыңлап, йырлап, батырҙарҙы тормош идеалдары итеп алып халҡымда күпме ҡаһарман үҫкән!

Зәки Вәлиди башҡорт халыҡ йырҙарын яратҡан, уларҙы башҡарыусыларҙы ла хөрмәт иткән. Мәҫәлән, бөрйән  нуғайҙары  ырыуы Ғәлиәхмәт исемле кешенең йырҙарын һәм ҡурайҙа уйнаған милли моңдарын  фонограммаға яҙыу өсөн янына саҡырта (Ул уны бала саҡта ла бер – ике тыңлаған була). Зәки Вәлиди уның тештәрен ҡуйҙырта. Фонограммаға йырҙарын яҙҙыртҡан өсөн, уға хәрби кейем менән ҡылыс бирҙертә. Был хөрмәтләүҙән һуң Ғәлиәхмәт  йырсы Зәки Вәлидигә арнап бәйет сығара:

 

Ҡараңғы ла ерҙә юл яҙһаң,

Табып та ғына сығыр был егет.

       Түңәрәктәй илде яу баҫһа,

       Алып та ғына сығыр был егет.

 

Зәки Вәлиди иптәштәре менән осрашҡанда ла иң сағыуы - уларҙың башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап ултырыуы, йыр-моңдарынан көс-ҡеүәт алыуҙары. Мәҫәлән, Будапештта, Ғәлимйән Таған менән осрашҡанда, Әхмәтзәки  дуҫының ғәжәп моңло итеп бер-бер артлы бик күп башҡорт йырҙарын йырлауына һоҡланып туя алмай. Улар тыуған илдәрен, туғандарын һағынған, халыҡ йырҙары, ҡурай моңдары уларҙың йыуанысы- ҡыуанысы булған.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең  ҡыҙы-профессор Иҫәнбикә Туған да атаһының ҡурайҙа иң йыш уйнаған бер көйө - беҙҙең мәшһүр «Илсе Ғайса» йыры булғанлығын хәбәр итә.(Слайд “Илсе Ғайса”) «Атайымды иҫкә алған саҡта» тигән мәҡәләһендә Иҫәнбикә Туған:”… иң яҡын дуҫы Ғәлимйән Таған үлгәс (1948), тыуған илендәге тау-урмандарға оҡшатҡан Болу тауҙарында йырҙар йырлап иланы,”- тип яҙа.

Мәҡәл, әйтемдәрҙең, театрҙың тәрбиәүи көсө әйтеп бөткөһөҙ. Ә Әхмәтзәки Вәлидиҙең ата - әсәһе йор, бай телле була. Халыҡ  театрының бала күңеленә еңел үтеп инеүен Зәки Вәлидиҙең атаһы  яҡшы белгән. Төрлө шиғри хикәйәттәрҙе, ул үҙе лә роль башҡарып, сәхнәләштергәндәр. Әсәй - ғаиләлә төп тәрбиә сығанағы. Әхмәтзәки әсәһенең булмышына һоҡланып: «Әсәмдең һүҙе бик кинәйәле һәм зауыҡлы булды, һәр саҡ шиғыр ҡушып, һәр йөмләһен боронғолар һүҙе менән нығытып, тапҡыр мәҡәлдәр әйтеп һөйләшә торғайны» (1,149). Зәки Вәлиди ҙә, әсәһенән күреп, үҙенең телмәрендә әйтемдәрҙе йыш ҡулланған. Мәҫәлән, 1909 йылда ауылынан сығып китер алдынан атаһына яҙған хатының аҙағында «...ваҡытынан алда өйләнгән кеше, ҡойроғона һепертке таҡҡан сысҡанға оҡшап, теләгенә ирешә алмаҫ» тигән боронғо ғәрәпсә әйтемде килтерә. «Ҡаты бәғерле иҙеүсенең, йәберләүсенең балаһы ғазапҡа ҡалып, аһ-зар илаһа, иҙелеүсенең ярҙамын күрер», - тигән ғәрәпсә әйтемде (Ғазалиҙан алынған) әйтеп, атайым Ядрицевҡа доға ҡылыр ине тип хәтерләй Әхмәтзәки Вәлиди (1, 55). Төрк халҡы араһында «Төрк атҡа менһә, атаһын танымаҫ» тигән мәҡәл бар. Был һүҙ: төрк бер-бер әмиргә ғәскәр булһа, ата-инәһен танымаҫ, фәҡәт әмирен белер тигән мәғәнәлә. Төрки халыҡ тыуған иле өсөн йәнен – тәнен аямаған.

Ҡайҙа ғына йөрөмәһен Зәки Вәлиди халыҡ ижады әҫәрҙәрен ҡабатлар, уларҙан дөрөҫ юл, аҡыл алған. Ул һәр мәсьәләне ашыҡмай, өлкәндәр һүҙен тыңлап сисеүҙе хуп күргән. Уның “Хәтирәләр”ендә  ”олатайымдың кәңәшенә эйәреп”, “олатайым тәьҫирендә” һүҙбәйләнештәрен йыш осратырға мөмкин.

Киләсәк быуынды халҡымдың арҙаҡлы улдары миҫалында тәрбиәләү – бөгөнгө көндә килеп тыуған проблеманы хәл итеүҙең бер юлы тип иҫәпләйем.

 

 

 Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Вәлидов Ә.Ә.. Хәтирәләр. Өфө, 1996.
  2. Вәлидов Ә.Ә.. Төрк һәм татар тарихы. Өфө,1994
  3. Вәлидова И.Ә. Атайымды иҫкә алған саҡта. ”Башҡортостан”гәзите, 1994, 8-9 октябрь.
  4. Шәкүров Р.З. Арҙаҡлы башҡорттар. Өфө, 1998

 © Муратшина М.Н., 2024

Опубликовано: 21.04.2024